Рабочая программа по Родной(башкирской) литературе в 7-9 классах (1) (1)

“Туған әҙәбиәт” предметын өйрәнеүҙең
планлаштырылған һөҙөмтәләре

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың әҙәбиәт фәнен өйрәнеү
һөҙөмтәһендә алған:
шәхси һөҙөмтәләр:
-шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү
тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт
сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ.б.);
метапредмет һөҙөмтәләре (танып белеү, регулятив, коммуникатив):
-проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ
позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә
бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
- эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын
билдәләү;
- төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эщләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу,
анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу,
- үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле
мәғлүмәт йыйыу маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны эшкәртә белеү,
-аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый
белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға
яуап биреү;
-сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу,
сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең
нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликлы хәлдәрҙән сыға белеү;

предмет һөҙөмтәләре:
1) танып - белеү сфераһында:
- башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт
вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы
аңлау;
- художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт,
әхлаҡ
сифаттары
һәм
уларҙың
бөгөнгө
көн
яңырыуын
асыҡлау;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын
билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика
биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

- әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү, әҫәрҙең идеяхудожество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
- әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
2) ҡиммәт-ориентация сфераһында:
- башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу,
уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
- башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы
баһалау;
-өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
- автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3) коммуникатив сферала:
- төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен
адекват ҡабул итеү;
- проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири
һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
- тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө
текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу,
класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
4) эстетик сферала:
-һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар
тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
7 класс
И.Кинйәбулатов. Ҙур ышаныс һеҙгә, уҡытыусы! (1с.) Уҡытыусы образының бирелеше.
Уҡытыусы хеҙмәтенә мөхәббәт тәрбиәләү яғынан әҫәрҙең әһәмиәте.
Ә.Әминев. Инша. (1с.) Уҡытыусы образы. Уҡытыусы хеҙмәтенә мөхәббәт тәрбиәләү
яғынан әҫәрҙең әһәмиәте.
Р.Ғарипов. Тел. (1с.) Шиғырҙа туған телдең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәте. Туған
телдең матурлығын, байлығын данлау.
Р.Ғамзатов. Туған тел. (1с.) Шиғырҙарҙа туған телдең халыҡ тормошонда тотҡан
әһәмиәте. Туған телдең матурлығын, байлығын данлау.
Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Риүәйәттәр. (7с.)
Халыҡ ижады буйынса
үтелгәндәрҙе ҡабатлау (әкиәт, мәҡәл, йомаҡ һ.б.) Фольклор әҫәренең бер төрө булыу
яғынан йыр. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар.Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың

бер нисә төркөмгә бүленеүе. Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар.
Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр. Түрәләр
тураһындағы йырҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр.
Риүәйәт һәм легендалар тураһында төшөнсә. Йыр тураһында төшөнсә.
Сеңләүҙәр. (1с.) Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке
башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле сағылышы. Сеңләүҙәрҙең
әһәмиәте.
“Ерәнсә сәсән менән хан” әкиәте. (1с.) Әкиәттең йөкмәткеһе. Ерәнсә сәсән образы.
Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре. “Күрәҙәлек китабы”нан. “Ҡорҡот ата китабы”нан.
Ә.Йүгнәки “Белем хаҡында һөйләйем…” (2с.) Әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.
Әҫәрҙәрҙә әхлаҡ мәсьәләләренең сағылышы. Художество үҙенсәлектәре.
В.Зефиров “Йәнтүрә” хикәйәһе. (1с.) Хикәйәнең В.Зефиров тарафынан яҙып алыныуы.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡатнашыуын күрһәтеү.
Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ сифаттары.
М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! Дуҫлыҡ. Нәфсе. Аттың ниһен маҡтайһың?
Нәсихәттәр. Өлгөр һүҙ. (3с.) Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған
осор, мораль-этик проблемалар.
М.Ғафури. Үҙем һәм халҡым. Мин ҡайҙа? Гөлдәр баҡсаһында. Һарыҡты кем ашаған?
Һунарсы ҡарт.(4с.) Яҙыусының биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт
кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи
әһәмиәте. Шиғыр төҙөлөшө тураһындағы төшөнсә. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында
төшөнсә. Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә.
Ш.Бабич. Салауат батыр. Зәки – Башҡортостан терәге. Ҡурайҡайға. Көтәм. (3с.)
Ш.Бабичтың биографияһы. “Салауат батыр” шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау,
ул ҡалдырған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. Ҡурай образы аша башҡорт
халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.
Д.Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе. Һандуғасҡа.(3с.)Яҙыусының биографияһы. Хикәйәнең
йөкмәткеһе. Ябай кешенең фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен
сағылдырыу. Тимеркәй образына характеристика. Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек
һыҙаттарын күрһәтеү. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһе.
Һ.Дәүләтшина. Айбикә. Һырға һабағы. (4с.) Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙәрҙә
ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәш, был көрәштә
актив ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәр
теленең байлығы. Әҙәби әҫәрҙә образ, персонаждарҙың характерын асыу саралары
тураһында төшөнсә. Портрет тураһында төшөнсә. Повесть тураһында төшөнсә. әҙәби әҫәр
геройҙарына характеристика биреү.
Р.Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Мәскәүгә минең бүләгем. (3с.) Шағирҙың
биографияһы. Поэмала Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен,
ауыр яҙмышын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бәхетле тормошҡа
сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художество үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады
традициялары. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәре.Шиғырҙың идея-тематик
йөкмәткеһе. Тыуған ергә һөйөүҙең сағылышы.
М.Кәрим. Айгөл иле. Ап-аҡ мөғжизә. Шағир шатлығы. (5с.) Яҙыусының биографияһы.
Драманың йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Образдарҙа халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың

сағылышы. Драманың художестволы үҙенсәлектәре.
Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһе. Шағир образы.

Драма

тураһында

төшөнсә.

М.Шолохов. Кеше яҙмышы. (1с.) Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙең идея-тематик
йөкмәткеһе. Ватан яҙмышы һәм кеше яҙмышы. Андрей Соколов образы. Хикәйәнең
композицияһы. Кешенең азатлыҡҡа ынтылыуы, батырлығы. Хикәйәлә автор һәм уның
һөйләүе.
Ғ.Хөсәйенов. Һуңғы тарпан (1с.). Хикәйәттең төп проблемаһы. Ҡырағай аттар –
тарпандарҙың ҡырылып бөтөүен күрһәте. Кейек-хайуандарға, аттарға рәхимле булырға,
уларҙы һаҡларға өндәү.
Я.Хамматов. Ғәйзулла.(1с.) Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.
Әҫәрҙә алтын йыуыусылар тормошо. Образдарҙа халыҡ яҙмышының кәүҙәләндерелеүе.
Р.Өмөтбаев. Атлы башҡорт.(3с.) Әҫәрҙә Ватан
ваҡиғаларын, батыр яугирҙар һәм ат образын тасуирлау.

һуғышы

осорондағы

һуғыш

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр.
М.Ғафури. «Тормош баҫҡыстары», «Ант».
С.Агиш. «Әхмәҙулла».
К.Мәргән. «Ҡариҙел».
Ғ.Хөсәйенов. «Батырҙар ҡиссаһы».
З.Биишева. «Салауаттың һуңғы монологы».
И.Ғиззәтуллин. «Яңынан сафта», «Үлгәндән һуң утыҙ йыл».
А.Игебаев. Шиғырҙар. Поэмалар.
Ә.Вахитов. «Шәжәрә».
Д.Бүләков. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Килмешәк».
Ш.Анаҡ. «Моңдар иле».
С.Злобин. «Салауат Юлаев».
Я.Хамматов. «Төньяҡ амурҙары».
Н.Мусин. «Кеше һуҡмағы».
Ятлау өсөн әҫәрҙәр.
Башҡорт халыҡ йырҙары.
С.Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».
М.Ғафури. «Мин ҡайҙа?», «Үҙем һәм халҡым», «Гөлдәр баҡсаһында».
Аҡмулла.”башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, «Аттың ниһен маҡтайһың?».
Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» хикәйәһенән өҙөк.
М.Кәрим. «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк.
Р.Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһынан өҙөк.
Р.Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» әҫәренән өҙөк.
8 класс
Р.Назаров. “Башҡорт”, А.Игебаев. “Башҡортостан”, Х.Ғиләжев. “Башҡорт теле”,
Х.Назар. “Башҡорт теле”, М.Ямалетдинов. “Халҡым хазинаһы”, М. Хөсәйен. “
Башҡорт теле ғорур яңғырай”.(5 с.)
В.Распутин. “Француз теле дәрестәре”. (3 с.). Рус әҙәбиәтенең күренекле вәкиле –
В.Г.Распутиндың биографияһы һәм ижады. Кеше күңелен байытыусы рухи ҡиммәттәрҙең
сағылышы.

Дини әҙәбиәт. Мөхәммәт пәйғәмбәр.”Ҡөрьән”китабы. Тәрбиәле булайыҡ. Р.Бикбаев.
“Хәҙистәр”, М.Ямалетдинов. “Әл – Фатиха сүрәһе”, “Әл – Ихлас сүрәһе”, “ ӘлКәүсәр сүрәһе” (2 с.). Халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға, демократик нигеҙҙә үҙгәртеп
ҡороуҙағы көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы. Башҡорт халҡына хас сифаттарҙың
сағылышы. Хәҙистәр тураһында.
Шафиҡ Әминев-Тамъяни. “Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы”(1 с.).
Биографик белешмә. Авторҙың Тыуған илде һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлауы, ер һыуҙы,
Уралдың матур тәбиғәтен тасуирлауы.
Ғ.Ибраһимов. “Кинйә” (4 с.). Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шарттар,
халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы. Халыҡ образының бирелеше.
Әйтештәр. “Бер тигәс тә ни яман”, “Аҡмырҙа сәсән һәм Ҡобағош сәсәндең әйтеше”
(1 с.). “Аҡмырҙа сәсән һәм Ҡобағош сәсәндең әйтеше”ндә башҡорт феодаль
йәмғиәтендәге синыфтарҙа бүленеш һәм синфи көрәштең сағылышы. “Бер тигәс тә ни
яман?” әйтешендә йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм
тормошо тураһындағы философияның сағылышы.
Ҡобайырҙар. “Ил тигәндең кеме юҡ”, “Салауат батыр” (2с.) Башҡорт халыҡ
ижадының эпик жанры булараҡ - ҡобайыр. “Салауат батыр” ҡобайырында тыуған ерҙе
һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. “Ил тигәндең кеме юҡ”
ҡобайырында йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм
тормошо тураһындағы философияның сағылышы. Ҡобайырҙарҙың художество
үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр, әйтеш тураһында белешмә.
Мостай Кәрим. “Сәсән” (1 с.) Шағир ижадында сәсән образы. Уның йәмғиәттәге роле.
Яныбай Хамматов. “Төньяҡ амурҙары” (3 с.) Яҙыусының биографияһы. Башҡорт
халҡының XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. Башҡорт халҡының 1812 йылғы
Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу.
Ғайса Хөсәйенов. “Ете ырыу ” (2 с.). Яҙыуының биографияһы. Хикәйәнең идея-тематик
йөкмәткеһе. Әҫәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм
милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары образын
һүрәтләү.
Булат Рафиҡов. “Эйәрләнгән ат” (3 с.). Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙә
сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Геройҙарҙың фажиғәле
яҙмыштарын һәм һәләкәтен тасуирлау. Образдарға характеристика.
Рәшит Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Кем ул Муса Мортазин?(2 с.). Повестың идеятематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыйыулығын һүрәтләү Муса
Мортазин шәхесе.
Ғ.Сәләм. “Республика иртәһе”, “Шоңҡар”(3 с.). Ғ.Сәләмдең биографияһы. “Республика
иртәһе” шиғырында авторҙың республика иртәһен һүрәтләүе. “Шоңкар” поэмаһының
темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. “Шоңкар” поэмаһында
төп образдар. Композиция үҙенсәлектәре, теленең образлылығы, байлығы. Әҙәбиәт
теорияһы. Поэтик синтаксис тураһында төшөнсә.

Б.Бикбай. “Ер”, “Ҡаһым түрә”(3 с.). Яҙыусының биографияһы. “Ер” поэмаһының идеятематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә күтәрелгән ер, азатлыҡ, көрәш темалары. Ер образы. Лирик
герой образы. Поэманың художество үҙенсәлеге.
З.Биишева. “Йәшәү – хеҙмәт”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” (3с.). З.Биишеваның тормош
юлы һәм ижады. “Йәшәү-хеҙмәт” шиғырының хәҙерге тормошта актуаллелеге. “Һөнәрсе
менән Өйрәнсек” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһе. Һөнәрсе һәм Өйрәнсек образдары,
художестволы эшләнеше. Хикәйәт төшөнсәһе.
М.Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Россиянмын”,
“Йәшәйһе бар” , “Айһылыуҙың күҙ йәштәре”, “Ҡоролтайға ҡотлау” шиғырҙары (5 с.)
Яҙыусының биографияһы. Поэманың идея-тематик йөкмәткеһе. Үлмәҫбай һәм Теребай
совет һалдаттарының дөйөмләштерелгән образы. Әҫәрҙең художество үҙенсәлектәре.
Хеҙмәт, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе кеүек проблемаларҙы асыу.
Р.Ғарипов. “Урал йөрәге” , “Аманат”, “Уйҙарым” (3 с.). Биографик белешмә. “Урал
йөрәге” шиғырында Башҡортостан образының образлы сағылышы. Башҡорт халҡының
азатлыҡ өсөн көрәше. Шиғырҙа халыҡтар дуҫлығы темаһы.
Р.Бикбаев. “Башҡортостан бында башлана”, “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”,
“Дауыл”, “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта” (3 с.). Тыуған ергә мөхәббәт темаһы. Уның
именлеген, тәбиғәтен һаҡлауға өндәү.
Р.Паль. “Уралым”. (1с.). Биографик белешмә. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Урал
образы.
Т.Ғиниәтуллин. “Мәтрүшкә еҫе” , “Әсә һәм бала” әҫәрҙәре (4 с.). “Әсә һәм бала”
хикәйәһендә әсә һәм бала образдары, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең сағылышы.
Н.Нәжми. “Башҡортостан”, “Аҡ шишмә”, “Һинең ниндәй улыңмын мин?” (1 с.).
Әҫәрҙәрҙә Башҡортостан, Тыуған ергә оло һөйөүҙең тасуирланыуы. Шиғырҙарҙа лирик
герой образы.
Ә.Әминев.”Ҡытай-город” (2 с.). Идея-тематик йөкмәткеһе.Төп образдары.
Х.Назар. “Ғәзиз ерем”, “Аҡҡа табыныу”, “Дауа” (1 с.). Шиғырҙарҙа Башҡортостандың
поэтик образы, уның ҙурлығын, матурлығын, байлығын, тәбиғәтенең гүзәллеген,
халҡының изге күңеллеген, ҡунаҡсыл булыуын данлау мотивтары. Поэмала туған тел һәм
экологик проблемаларҙың сағылышы.
Р.Камал.”Таня-Таңһылыу” (2 с.).
Таңһылыу, Петрик образдары.

Идея-тематик йөкмәткеһе, проблемалары. Таня-

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:
С.Юлаев шиғырҙары.Салауат Юлаев хаҡында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы
әҫәрҙәрҙән өҙөктәр.
Р.Ниғмәти.”Ағиҙел ярында”
С.Кулибай.”Күңелле хикәйәләр”,”Яҙһылыу”.
Б.Бикбай.”Тере шишмәләр”
М.Кәрим “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”
З.Биишева””Уйҙар,уйҙар...”, ”Мөхәббәт һәм нәфрәт”
Ж.Кейекбаев.”Туғандар һәм таныштар”.
Я.Хамматов.”Башҡорттар китте һуғышҡа”

Ә.Атнабаев.”Тыуған тупраҡ”,”Мөхәббәт юлы”
Р.Сафин.”Яҙҙар көтәм”.
Ф.Рәхимғолова .”Тамсылар йырлай”
Ә.Хәкимов .”Ҡош юлы”.
С.Айытматов.”Беренсе уҡытыусы”.
Ә.-З.Вәлиди. “Хәтирәләр”.
Ғ. Ибраһимов. “Кинйә”.
Н.Мусин. “Мәңгелек урман”.
Н.Нәжми. “Атай йорто”, “Тарафтар”.
Р.Ғарипов. “Минең антологиям”, “Алырымҡош менән Бирмәмҡош”.
Ғ.Дәүләди. “Мөхәббәт ғазабы”.
Й.Солтанов. “Ҡырҡбыуын”.
М.Ғәли. “Аҡ ямғыр”, “Ҡояшлы шишмә”.
Ҡ.Аралбай. Поэмалар.
Р.Бикбай. “Яҙмышым”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”.
Х.Назар. “Асманға ашыу”.
М.Иҙелбаев. “Декабрь йондоҙҙары”.
Ф.туғыҙбаева. “Фатихамды бирәм һиңә”.
Б.Ноғоманов. “Дәүер шаңдауҙары”.
Ятлау өсөн әҫәрҙәр.
“Бер тигәс тә ни яман...”, “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”.
Б.Бикбай “Ер” поэмаһынан өҙөк.
Ғ.Сәләм “Шоңҡар” поэмаһынан өҙөк.
М.Кәрим “Йәшәйһе бар”
Р.Назаров “Башҡорт”.
З.Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренән өҙөк.
Р.Ғарипов “Урал йөрәге”, ”Аманат”, ”Уйҙарым”.
Р.Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”.
9 класс
Инеш Художестволы әҙәбиәт.(1с.) Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Сәнғәт һәм әҙәбиәт
бәйләнеше. Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Художестволы әҙәбиәт – һүҙ сәнғәте.
Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Уның идея-эстетик йүнәлеше.
Халыҡ ижады. (1с.) Башҡорт халыҡ ижады буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау. Халыҡ
ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Фольклорҙа халыҡ
педагогикаһының сағылышы.
Халыҡ ижадының традицион жанрҙары.(2с.) Ҡарыһүҙҙәр. Йола поэзияһы. Халыҡ
ижадының сәсмә формалары. Халыҡтың афористик жанры. Хәҙерге башҡорт фольклоры
һәм уның үҫеш тенденциялары.
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. “Урал батыр” эпосы. “Иҙеүкәй менән
Мораҙым” эпосы. (7с.) Халыҡ ижады эпик әҫәрҙәренең боронғо жанрҙары булыу яғынан
ҡобайырҙар. Уларҙың жанр үҙенсәлектәре. Жанр формалары һәм төркөмдәре. Эпостарҙа
күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Образдарға
характеристика.Ҡобайырҙарҙың художество үҙенсәлектәре.
Ауыҙ-тел әҙәбиәте. (7с.) Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәтенән үрнәктәр.
М.Ҡашғари. Й.Баласағуни “Ҡутатғу билиг”, “Ҡорҡот ата”, “Уғыҙнамә” хикәйәте.
Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Ҡол Ғәли “Ҡисса и Йософ” поэмаһы. Ҡотб

“Хөсрәү вә Ширин”, Хәрәзми “Мөхәббәтнамә”, Сәйф Сараи “Гөлөстан бит төрки”,
“Буҙегет”, “Батыршаның батшаға яҙған хаты”.Шәжәрәләр.Юрматы ырыуы шәжәрәһе.
Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу сәбәптәре. Шәжәрә
тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Салауат Юлаевтың
тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм
проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы
шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында
төшөнсә.
Башҡортостанда боронғо һәм урта быуаттарҙағы ҡулъяҙма әҙәбиәт. Дастансылыҡ
традициялары.(1 с.)
XVI-XVIII быуаттар ҡулъяҙма шиғриәте һәм прозаһы. (1с.) Т.Ялсығол-әл Башҡорди.
Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Шағирҙың тормош юлы. Эшмәкәрлеге.
XIX быуатта Башҡортостанда яҙма һәм баҫма әҙәбиәт.(3с.) “Ҡуҙыйкүрпәс менән
Маянһылыу” ҡиссаһы. “Зөһрә менән Алдар” ҡиссаһы. “Буҙйегет” дастаны.
XIX быуаттың икенсе яртыһында ижтимағи тормош, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. (1с.)
.Ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт. Суфый шағирҙар.Уларҙың ижадында дини һәм донъяуи
мотивтар.Мәғрифәтселек хәрәкәте. Башҡорт фольклорын йыйыуҙа рус әҙиптәре һәм
ғалимдары.
М. Аҡмулла.(4с.) Тормошо һәм ижад юлы.Халыҡты мәғрифәткә өндәү, феодаль
иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе.
Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
М. Өмөтбаев. (5с.) М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор,
тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Өмәтбаев – мәғрифәтсе һәм шағир.Шиғырҙарының
тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Лирик шиғырҙары, мәҫәле.М.Өмөтбаев ижады тураһында
ғалимдар һәм яҙыусылар.
Р. Фәхретдин. (4с.) Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғырҡобайырҙар. Балалар һәм ололар өсөн яҙған нәсихәт китаптары. Мәғрифәтселек
ҡараштары. “Сәлимә” повесы. Сәлимә образына характеристика. Әҙәби әҫәрҙәренең,
ғилми хеҙмәттәренең башҡорт мәҙәниәте һәм фәне өлкәһендәге урыны, әһәмиәте. “Аҫар”
китаптар серияһы. Р.Фәхретдин – тарихсы.
XX быуат башында ижтимағи тормош, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт.(1с.) Башҡортостанда
ижтимағи-сәйәси хәл. Әҙәби хәрәкәт. Милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза
жанрҙарының үҫеүе. Драматургияның күтәрелеше. Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле
реализмға күсеү. Романтизм күренештәре.
С.Яҡшығолов.(2с.) Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. “Башҡорт хәлдәре”,
“Дим буйы” йыйынтыҡтары. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләре, мәғрифәт эше
тураһында уйланыуҙары. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар.
З.Һаҙи.(1с.) Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.
Ф. Сөләймәнов.(3с.) Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Шиғырҙарындағы
милли тойғолар. “Башҡорт моңо” шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы тураһындағы
уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм XX быуат башындағы тормошо тураһындағы
хикәйәләре. “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһе. “Салауат батыр” пьесаһы. Салауат образын
сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте.

М. Ғафури.(4с.) Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль
тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. “Шағирҙың алтын приискыһында” повесы.
Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты. Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты.
Художество методы, художестволы образ тураһында төшөнсә.
Ш.Бабич.(3с.) Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан,
азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Бабич – шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп
үҙенсәлектәре. Ш.Бабичтың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны.
Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр.
Башҡорт халыҡ ижады. Эпос.
С.Юлаев. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар.
М.Иҙелбаев. Юлай улы Салауат.
Башҡорт шиғриәте антологияһы.
Башҡорт әҙәбиәте 20 быуат башында.
Ф.Сөләймәнов. Башҡорт йәйләүендә.
М.Буранғолов. Һайланма әҫәрҙәр.
Л.Толстой башҡорттар араһында.
М.Аҡмулла. Шиғырҙар.
М.Өмөтбаев. Йәдкәр.
Ш.Бабич. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар.
Ә.Вилданов. Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы.
Ятлау өсөн әҫәрҙәр:
«Урал батыр» эпосынан өҙөк (Аҡбуҙатты тасуирлаған урын).
С.Юлаев «Яу», «Уҡ», «Егеткә».
М.Аҡмулла «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Инсафлыҡ», “Тиһеңме?”.
Ш.Бабич «Халҡым өсөн», «Кем өсөн?», «Салауат батыр».

7 класс
№

Темалар

Сәғәт
һаны

1.

И.Кинйәбулатов “Ҙур ышаныс һеҙгә, Уҡытыусы!”

1

2.

Ә.Әминев “Инша”

1

3.

Р.Ғарипов “Тел”

1

4.

Р.Ғамзатов “Туған тел”

1

5.

Башҡорт халыҡ ижады.

7

Йырҙар. Риүәйәттәр.

1

Тыуған ил тураһындағы йырҙар.

1

1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар.

1

Кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар.

1

Иҫкәрмә

Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар.

1

Хәрби поход һәм әрме йырҙары.

1

Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар.

1

6.

Сеңләүҙәр.

1

7.

“Ерәнсә сәсән менән хан” әкиәте.

1

8.

Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре.

2

“Күрәҙәлек китабы”нан. “Ҡорҡот ата китабы”нан.

1

Ә.Йүгнәки “Белем хаҡында һөйләйем…”

1

9.

В.Зефиров “Йәнтүрә хикәйәһе”.

1

10.

М.Аҡмулла.

3

М.Аҡмулла. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”,

1

М.Аҡмулла. “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен
маҡтайһың?”,

1

М.Аҡмулла. “Нәсихәттәр”, “Өлгөр һүҙ”.

1

М.Ғафури.

4

М.Ғафури. “Үҙем һәм халҡым”. “Мин ҡайҙа?”

1

М.Ғафури. “Гөлдәр баҡсаһында”, “Һарыҡты кем
ашаған?”

1

М.Ғафури. “Һунарсы ҡарт”.

1

Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Эпик һәм лирик әҫәрҙәр.
Мәҫәл һәм аллегория тураһында.

1

Ш.Бабич.

3

Ш.Бабич. «Салауат батыр», «Зәки- Башҡортостан
терәге»,

1

Ш.Бабич. «Ҡурайҡайға»,

1

Ш.Бабич. “Көтәм”.

1

Д.Юлтый.

3

Д.Юлтый. “Тимеркәй фәлсәфәһе”,

2

Д.Юлтый. “Һандуғасҡа”.

1

Һ. Дәүләтшина.

4

Һ. Дәүләтшина. “Айбикә”,

3

11.

12.

13.

14.

Һ. Дәүләтшина. “Һырға һабағы”. Повесть тураһында
төшөнсә.

1

Р. Ниғмәти.

3

Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”.

2

Р.Ниғмәти “Мәскәүгә минең бүләгем”.

1

М.Кәрим.

5

М.Кәрим “Айгөл иле”.

4

М.Кәрим. “Ап-аҡ мөғжизә”, “Шағир шатлығы”.

1

17.

М.Шолохов. “Кеше яҙмышы”.

1

18.

Ғ.Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан”.

1

19.

Я.Хамматов. “Ғәйзулла”.

1

20.

Р.Өмөтбаев. «Атлы башҡорт».

3

21.

Телмәр үҫтереү.

6

22.

Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап биреү.

5

23.

Кластан тыш уҡыу.

6

24.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

4

15.

16.

8 класс
№

Темалар

Сәғ.
һаны

1.

Р.Назар.”Башҡорт”.

1

2.

А.Игебаев.”Башҡортостан”

1

3.

Х.Ғиләжев.”Башҡорт теле”.

1

4.

М. Ямалетдинов.”Халҡым хазинаһы”.

1

5.

М.Хөсәйен. “Башҡорт теле ғорур яңғырай”.

1

6.

В.Распутин. “Француз теле дәрестәре”.

3

7.

Дини әҙәбиәт. Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөръән китабы».
Р.Бикбаев. «Хәҙистәр». М.Ямалетдинов. «Ҡөръән
сүрәләре».

2

8.

Ш.Әминев-Тамъяни. “Урал”,”Башҡорт бабаларының
тарихы”.

1

Иҫкәрмә

9.

Ғ.Ибраһимов. “Кинйә”.

4

10

Әйтештәр. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең
әйтеше”.

1

11.

Ҡобайырҙар.

2

«Салауат батыр», “Бейек тауҙың үлгәне” ҡобайырҙары

1
1

12.

“Ил тигәндең кеме юҡ”, “Бер тигәс тә ни яман?”
ҡобайырҙары
М.Кәрим.”Сәсән”.

13.

Я.Хамматов.”Төньяҡ амурҙары”.

4

14.

Ғ.Хөсәйенов.”Ете ырыу”.

2

15.

Б.Рафиҡов.”Эйәрләнгән ат”.

3

16.

Р.Солтангәрәев. “Осто бөркөт”.

2

17.

Ғ.Сәләм

3

“Республикам иртәһе”.

1

“Шоңҡар” поэмаһы.

2

Б.Бикбай.

3

«Ер» поэмаһы.

1

«Ҡаһым түрә» драмаһы.

2

З.Биишева “

3

“Йәшәү - хеҙмәт” шиғыры.

1

Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте.

2

М.Кәрим.

5

М.Кәрим шиғырҙары.

3

«Үлмәҫбай» поэмаһы

2

Р.Ғарипов.

3

«Урал йөрәге» хикәйәте

1

«Уйҙарым» ҡобайыры

1

«Аманат» поэмаһы

1

Р.Бикбаев.

3

18.

19.

20.

21.

22.

1

«Башҡортостан бында башлана»

1

«Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Барып етһен ине
хаттарым»

1

«Дауыл», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта»

1

Т.Ғиниәтуллин.

4

«Мәтрүшкә еҫе» хикәйәһе

2

«Әсә һәм бала» хикәйәһе

2

24.

Н.Нәжми. «Башҡортостан», «Аҡ шишмә».

1

25.

Ә.Әминев. «Ҡытай-город» повесы

2

26.

Р.Камал. «Таня-Таңһылыу».

2

27.

Телмәр үҫтереү.

3

28.

Кластан тыш уҡыу.

3

29.

Үтелгәндәр буйынса тест.

4

30.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

23.

9 класс
№

Темалар

Сәғәт
һаны

1.

Инеш. Художестволы әҙәбиәт- һүҙ сәнғәте

1

2.

Халык ижады.

1

3.

Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.

2

4.

Башкорт халык эпосы йәки ҡобайырҙар.

7

Башкорт халык эпосы йәки ҡобайырҙар.

1

«Урал батыр» эпосы.

4

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы.

2

Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге
башҡорт әҙәбиәте.

10

Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.

1

Болғар осоро әҙәбиәте.

1

5.

Иҫкәрмә

Урта быуаттар әҙәбиәте.

1

16-18 быуаттар әҙәбиәте.

1

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.

2

С.Юлаев. Тормошо һәм ижады.

1

18-се б. әҙәбиәтендәге йүнәлештәр.

1

Т. Ялсығол Әл-Башҡорди.

1

Ғ.Усман. Тормош юлы һәм ижады.

1

XIX быуат әҙәбиәте.

16

19-сы быуат әҙәбиәте. Һ.Салихов.

1

Ғ.Соҡорой. Тормош юлы һәм ижады

1

Традицион жанрҙар системаһы.

1

М.Аҡмулла. Тормошо һәм ижады.

4

М. Өмөтбаев.Тормошо һәм ижады.

5

Р.Фәхретдинов. Тормошо һәм ижады.

4

XX быуат башында әҙәбиәт.

13

20 быуат башы әҙәбиәте.

1

С. Яҡшығолов. Тормошо һәм ижады.

2

Ф. Сөләймәнов. Тормош юлы һәм әҙәби эшмәкәрлеге..

3

М.Ғафури. Тормошо һәм ижад юлы.

4

Ш.Бабич. Тормошо һәм ижад юлы.

3

8.

Телмәр үҫтереү.

11

9.

Кластан тыш уҡыу.

3

10.

Үтелгәндәр буйынса тест

4

11.

Үтелгәндәр буйынса йомғаҡлау.

1

6.

7.


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфеденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону +7(34740)2-55-64

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».