Рабочая программа по Родному ( башкирскому )языку в 7-9 классах (1) (1)

“Башҡорт (туған) теле” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре
“Башҡорт (туған) теле” программаһын үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең
мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү әсән тейешле грамматик сараларҙы
үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
“Башҡорт (туған) теле” программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
-телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;
-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен үҙләштереү;
-төрлө сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән ваҡытлы матбуғат сараларынан, уҡыу ҡулланмаһы булараҡ компакт-дискыларҙан, интернет
ресурстарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге;
-һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә,
шулай уҡ техник саралар һәм мәғлүмәти технологиялар ярҙамында мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй ала белеү, уны анализлау һәм һайлап алыу;
ҡайтанан эшкәртеү, һаҡлай һәм еткерә белеү;
-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән
һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү; тыңланған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимлдә (план, һөйләү,
конспект, аннотация) һөйләй алыу;
- үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, хәбәрҙәр менән сығыш яһай белеү;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ
файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрен предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә башҡарыу, бәхәс,
фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни -ара аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа
телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1) башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ
мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) шәхестең интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүҙә, белем алыуҙа, шулай уҡ үҙ-үҙеңде камиллаштырыу процесында башҡорт теленең
билдәле ролен аңлау;
3) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование (тыңлау) һәм уҡыу:
-телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (маҡсат, тексттың темаһы, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
-уҡылған текстағы (план, тезис) мәғлүмәтте ҡайтанан эшкәртеү күнекмәләрен; төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
-төрлө типтағы һүҙлектәр, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмалар менән иркен ҡулланыу;
-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текстарҙы телдән адекват ҡабул итеү; аудированиеның (аудиотексты тулыһынса аңлау, уның төп
йөкмәткеһен аңлау, мәғлүмәтте һайлап алыу) төрлө төрҙәрен үҙләштереү;
-стилистик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
-тыңланған һәм уҡылған тексты телдән һәм яҙма формала тәҡдим ителгән кимәлдә (йөкмәткеһен һөйләү, план, конспект) һөйләй алыу;
-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде дөрөҫ һәм иркен еткерә алыу, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү нормаларын һаҡлау;
факттарға һәм үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ күренештәренә, уҡыған һәм ишеткәндәргә үҙ мөнәсәбәтеңде адекват сағылдырыу;
-төрлө телмәр стилендә һәм төрлә жанрҙарҙа (аралашыу ситуацияһына ҡарап) телдән һәм яҙма текст төҙөй белеү; төрлө телмәр стилендә
һәм төрлө жанрҙарҙа (хикәйә, хат, ғариза, баһалама, ышаныс ҡағыҙы, расписка) яҙа белеү, аралашыу бурыстарынан сығып, тел һүрәтләү
сараларын ирекле рәүештә һайлау;
-төрлө төрҙәге монолог һәм диалогты үҙләштереү; ҙур булмаған хәбәрҙәр, докладтар менән үҙ тиҫтерҙәрең алдында сығыш яһау;
-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт теленең стилистик нормаларын һәм әҙма телмәрҙә
төп орфографик һәм пунктуационнормаларҙы һаҡлау; лексика һәм фразеологияны стилистик яҡтан корректлы ҡулланыу; яҙыуҙа
орфография, пунктуацияның төп ҡағиҙәләрен һаҡлау;
-телмәр этикеты нормаларын һаҡлап аралаша алыу, аралашыуҙың төрлө тормош ситуацияларында ым -ишара, мимиканы урынлы
ҡулланыу;
-уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡул ланыуҙан сығып, үҙ
телмәреңде баһалай белеү; грамматика һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра
белеү;
4) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
5) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистиканың һәм уның төп бүлектәре: тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр,
монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми йәки эш ҡағыҙҙары стилдәре, матур әҙәби әт
теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың
билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
6) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ:
йөкмәтке, төп билдә һәм структура, тел һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы иҫәпкә алып, тексты анализлау;
7) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
7 класс

Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ (1с.)
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (3с.)
Синтаксис (9с.) Синтаксистың төп маҡсаты. Синтаксистың берәмеге булараҡ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һүҙбәйләнештең төп билдәләре.
Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре: ярашыу, башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү. Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма
һүҙ. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Ябай һөйләм (13с.) Һөйләмдең грамматик нигеҙе. Эйә менән хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Ябай һөйләмдең синтаксик
структураһы. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлек. Тултырыусы. Тура һәм
ситләтелгән тултырыусы. Хәлдәр. Рәүеш хәлдәре. Күләм- дәрәжә хәлдәре. Урын хәлдәре. Ваҡыт хәлдәре. Шарт хәлдәре. Сәбәп хәлдәре.
Маҡсат хәлдәре. Кире хәлдәр. Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен сағылдырыу ысулдары.
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр (11с.) Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Билдәле
эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләмдәр. Уларҙың структур һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре.Тулы һәм кәм
һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәрҙең булыу шарттары. Тиң киҫәктәрҙең бәйләнеү юлдары. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙең
интонацион һәм пунктуацион үҙенсәлектәре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Тиң
киҫәкле һөйләмдәрҙең стилистик мөмкинлектәре.
Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр (5с.) Өндәш һүҙҙәр, уларҙың функцияһы. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә
тыныш билдәләре. Өндәш һүҙле һөйләмдәрҙең интонацияһы. Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр. Мәғәнәһе яғынан инеш һүҙ һәм инеш
һөйләмдәр. Һөйләмдәрҙе һәм текстың мәғәнәүи өлөштәрен бәйләүсе сара булараҡ инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәрҙе ҡулланыу.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре (6с.) Айырымланыу тураһында төшөнсә. Айырымланыуҙың асылы һәм шарттары.
Айырымланған киҫәкле һөйләмдәрҙең мәғәнәүи, интонацион һәм пунктуацион үҙенсәлектәре. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.
Аныҡланыусыларҙың айырымланыуы тураһында. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге. Хәл әйтемдәренең айырымланыуы, ҡулланыу
үҙенсәлектәре.
Тура һәм ситләтелгән телмәр (4с.) Икенсе кешенең телмәрен еткереү юлдары: тура һәм ситләтелгән телмәр. Тура һәм ситләтелгән
телмәрле һөйләмдәрҙең синонимияһы. Уларҙа тыныш билдәләре. Диалог. Диалог аҙағында тыныш билдәләре.Цитаталар. Телмәргә
цитаталар индереү ысулдары. Цитата ҡулланғанда тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау (1с.)
8 класс
Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау (5с.)
Ҡушма һөйләм (2с.) Ҡушма һөйләмдәр. Ҡушма һөйләмдәр өлөштәренең мәғәнәүи, структур һәм интонацион берҙәмлеге.
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр(6с.)
1.Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре.теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең
өлөштәре араһында мәғәнәүи мөнәсәбәт, был мөнәсәбәттәрҙең интонацион һәм пунктуацион сағылдырылышы. Теркәүесле теҙмә ҡушма
һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә ҡулланылған теркәүестәр: йыйыу,
ҡаршы ҡуыу, бүлеү-ҡабатлау, һығымта яһау, аныҡлау теркәүестәре һәм мөнәсәбәт һүҙҙәр.
2.Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу
күнекмәләрен үҫтереү, ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксик төпсөү яһай белеү.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (19с.)
1. Эйәртеүле ҡушма һөйләм, уның төҙөлөшө. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәй ләнеп килеү
саралары: 1)теркәүестәр, 2)бәйләүестәр, 3)килеш ялғауҙары, 4)интонация, 5)мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең араһындағы мәғәнәүи бәйләнеш, структур, синтаксик бәйләнеш саралары характеры буйынса эйәртеүле
ҡушма һөйләм төрҙәре. Эйәртеүле ҡушма һөйләм классификацияһы. Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре, улар эргәһендә тыныш билдәләре: эйә,
хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән һөйләмдәр. Хәл һөйләмдәр: ваҡыт, урын, рәүеш, күләм -дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире
эйәрсән һөйләмдәр.
2. Һөйләм киҫәктәрен, айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе, хәл әйтемдәрен эйәрсән һөйләмдәрҙе, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма
һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы телмәрҙә стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре.Ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм
яҙып синтаксик һәм пунктуацион төпсөү күнекмәһен үҫтереү.
Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар (11с.)
1. Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар. Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар рәтенә ингән һөйләмдәр.

Күп эйәрсәнле ҡушма

һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм
төшөнсә.Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
2.Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһе, шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә
ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү.
Тыныш билдәләре (7с.) Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре. Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары. Нөктәле өтөр. Һыҙыҡ. Ике нөктә.
5-8 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау (2с.)
Йомғаҡлау (2с.)
9 класс
Инеш. Тел тураһында дөйөм төшөнсә (4с.) Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле һәм
Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Уның башҡа телдәр араһындағы урыны. Башҡорт теленең төрки телдәр төркөмөнә ҡарауы
һәм ҡәрҙәш телдәр.
1 бүлек (4с.) Әҙәби тел һәм диалект тураһында төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Башҡорт теле һәм һөйләштәренең ҡайһы бер
үҙенсәлектәре. Ике теллелек.
2 бүлек (13с.) Башҡорт әҙәби теленең стилдәре. Стилистика тураһында төшөнсә. Хәҙерге башҡорт теленең стилдәре: фәнни, публицистик,
рәсми йәки эш ҡағыҙҙары, матур әҙәбиәт теле Уларҙың төп үҙенсәлектәре.
3 бүлек (11с.) Һүрәтләү саралары тураһында төшөнсә. Эпитет. Сағыштырыу. Метафора. Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Грамматик синонимдар, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Антонимдар. Омонимдар. Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу. Һүҙҙе һәм уның
формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
5-9 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү (12с.) Фонетика. Орфоэпия. Орфография. Лексика. Башҡорт теленең
һүҙлектәре. Һүҙъяһалыш. Морфология. Синтаксис һәм пунктуация. Ябай һөйләм. Ябай һөйләм төрҙәре. Ҡушма һөйләмдәр. Теҙмә ҡушма
һөйләм. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләм төрҙәре. Ҡатмарлы ҡушма һөйләмдәр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр. Теҙем дәр.
Ҡатнаш ҡушма һөйләм.
7 класс
№

Дәрес темалары

Сәғәт һаны

1.

Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ

1

2.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

3

3.

Синтаксис

9

Синтаксистың төп маҡсаты.

1

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

1

һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

1

Иҫкәрмә

4.

5.

6.

7.

8.

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре

1

Ярашыу.

1

Башҡарылыу.

1

Йәнәшәлек.

1

Һөйкәлеү.

1

һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ

1

Нығынған һүҙбәйләнештәр.

1

Ябай һөйләм

13

Ябай һөйләм. Эйә менән хәбәр.

1

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

1

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы.

1

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.

1

Өҫтәлмәлек.

1

Тултырыусы.

1

Тура һәм ситләтелгән тултырыусы.

1

Хәлдәр. Рәүеш хәлдәре. Күләм-дәрәжә хәлдәре.

1

Ваҡыт хәлдәре. Урын хәлдәре.

1

Шарт хәлдәре.

1

Сәбәп хәлдәре. Маҡсат хәлдәре.

1

Кире хәлдәр.

1

һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе.

1

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр

11

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

1

Ике составлы йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

1

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Билдәле эйәле һөйләм.

1

Билдәһеҙ эйәле һөйләм.

1

Эйәһеҙ һөйләм.

1

Атама һөйләмдәр.

1

Ике һәм бер составлы һөйләмдәрҙе ҡабатлау.

1

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

1

Тиң киҫәкле һөйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләре.

1

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

1

Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр

5

Өндәш һүҙ.

1

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре.

1

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

1

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләре.

1

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.

1

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре

6

Айырымланыу тураһында төшөнсә.

1

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

1

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы тураһында.

1

Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге.

1

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы.

2

Тура һәм ситләтелгән телмәр

4

Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1

Тура телмәрле һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре.

1

Диалог.

1

Цитаталар.

1

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау

9.

1
8 класс

№

Дәрес темалары

1.

Синтаксис

Сәғәт һаны

5

буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
2.

3.

4.

Ҡушма һөйләм

2

Ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә.

1

Теҙмә һәм эйртеүле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.

1

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр

6

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр темаһын ҡабатлау.

1

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

19

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1

Эйәрсән һөйләм төрҙәре тураһында дөйөм төшөнсә.

1

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары.

1

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары һәм уларҙа тыныш

1

билдәләренең ҡуйылышы.

5.

6.

Эйә һөйләм.

1

Хәбәр һөйләм.

1

Аныҡлаусы һөйләм.

1

Тултырыусы һөйләм.

1

Хәл һөйләмдәр.Ваҡыт һөйләм.

1

Урын һөйләм.

1

Сәбәп һөйләм.

1

Маҡсат һөйләм.

1

Рәүеш һөйләм.

1

Күләм-дәрәжә һөйләм.

1

Сағыштырыу һөйләм.

1

Шарт һөйләм.

1

Кире һөйләм.

1

Эйәрсән һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

2

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар

11

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр

2

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.

2

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

1

Теҙемдәр.

2

Ҡатмарлы синтаксик констукцияларҙы ҡабатлау.

2

Йомғаҡлау дәресе. Зачет.

1

Тыныш билдәләре

7

Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.

1

Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары.

2

Нөктәле өтөр.

1

Һыҙыҡ.

1

Иҫкәрмә

Ике нөктә.

2

7.

5-8 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау

2

8.

Йомғаҡлау

2
9 класс

№

Дәрес темалары

1.

2.

3.

Сәғәт һаны

Инеш

4

Тел фәнен ни өсөн мотлаҡ өйрәнергә кәрәк? Тел тураһында дөйөм төшөнсә.

1

Тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш.

1

Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле.

1

Башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында.

1

1 бүлек

3

Әҙәби тел һәм диалект. Башҡорт теленең диалекттары.

1

Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше.

1

Ике теллелек.

1

2 бүлек

5

Башҡорт теленең стилдәре. Телмәр мәҙәниәте. Функциональ стилдәр. Уларҙың төп

1

үҙенсәлектәре. Йәнле һөйләү стиле.

4.

5.

6.

Матур әҙәбиәт стиле.

1

Фәнни стиль.

1

Публицистик стиль.

1

Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле. Хаттар стиле.

1

3 бүлек

4

Һүрәтләү саралары. Эпитет.

1

Сағыштырыу.

1

Метафора. Синонимдар.

1

Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1

5-9 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү

8

Фонетика. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Орфоэпия. Орфография.

1

Лексика.

1

Һүҙьяһалыш. Морфология. Орфография.

1

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре.

1

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре.

1

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

1

Синтаксис һәм пунктуация. Ябай һөйләм.

1

Синтаксис һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм.

1

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Иҫкәрмә


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфеденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону +7(34740)2-55-64

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».